11 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 12:16

Татьяна Никанорова “Мөхәббәт тарихы” менән сығыш яһаясаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, халыҡ-ара конкурс лауреаты Татьяна Никанорованың “Мөхәббәт тарихы” исемле концерт-монографияһы иртәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙасаҡ. Унда йырсының театр буйынса хеҙмәттәштәре Йәмил Әбделмәнов, Илһам Вәлиев, Владимир Копытов, Геннадий Родионов сығыш яһаясаҡ.

Татьяна Никанорова  –  ун йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының  төп солистарының береһе иҫәпләнә. Опера театры труппаһы менән ул Мәскәүҙә үткән “Алтын маска” Милли театр фестивалендә  “Тылсымлы флейта” (2006) һәм “Бал –маскарад” (2007) номинант спектаклдәрендә, Йәмил Әбделмәнов һәм “Забава” ансамбле менән берлектә  камерный – вокаль музыка кисәләрендә ҡатнашты.

темалар: Концерттар