10 декабрь, Шәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 12:13

“Китап” нәшриәтендә яңы терминологик һүҙлектәр сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте уҡыу-методик һәм белешмә әҙәбиәт сығарыуҙы дауам итә. Күптән түгел бында белгестәр, шулай уҡ студенттар һәм уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән дүрт терминологик һүҙлек сыҡты.

Гәүһәр Зәйнуллина әҙерләгән “Физик тәрбиә һәм спорт буйынса урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса терминологик һүҙлеккә 2000-дән ашыу лексик берәмек ингән. Һүҙлек башҡорт мәктәптәре, гимназиялары һәм колледждарының физкультура уҡытыусылары, шулай уҡ юғары уҡыу йорттары һәм техникум студенттары өсөн тәғәйенләнгән.

Вафа Сөләймәнов менән Зиннур Сиразетдинов “Астрономия буйынса урыҫса-башҡортса терминдар һүҙлеге” әҙерләгән, уға астрономия һәм астрофизика буйынса 2000-дән ашыу терминдар һәм төшөнсәләр индерелгән. Һүҙлек уҡытыусылар, урта мәктәптәрҙең өлкән синыф уҡыусылары, техникумдар һәм вуздар студенттары, тәржемәселәр һәм хәҙерге астрономия фәне проблемалары менән ҡыҙыҡһынған уҡыусылар даирәһе өсөн тәғәйенләнгән.

Республикала тәүге тапҡыр “Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса һүҙлек” төҙөлдө. Уның авторы – Нәсимә Суфьянова. Ә Булат Абдулбаныев “Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә музыкаль терминдар һүҙлеге төҙөнө.

темалар: нәшриәт эше