Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә энергетика күргәҙмәләре үтәсәк

Иҡтисад

Өфөлә  20-23  октябрь көндәре  XV   “Урал — 2009 энергетикаһы”  халыҡ-ара махсуслаштырылған, VII “Энергияны  һаҡлау”   махсуслаштырылған  , IV  “Кабель. Сымдар. Арматура”, I  ”Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы “махсуслаштырылған күргәҙмәләре үтәсәк. Экспозициялар “Аҡбуҙат” ипподромы  манежы бинаһында урынлаштырыласаҡ.

Күргәҙмәләрҙең ойоштороусылары: РФ-ның Энергетика министрлығы һәм БР-ҙың  Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлыҡтары  булышлығында Башҡорт күргәҙмәләр компанияһы, “Башҡортостан” күргәҙмәләр комплексы, БР-ҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.

“Урал -2009 энергетикаһы”   –   Башҡортостан  Республикаһында төп энергетик бизнес — форумға әүерелгән иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһе. Уның сиктәрендә  сәнәғәттең бөтә тармаҡтарына  тәғәйенләнгән энергетика комплексы номенклатураһының киң спектры күрһәтеләсәк. “Яҡтылыҡ техникаһы Сауҙа Ассоциацияһы”  булышлығында  беренсе тапҡыр   ”Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы “ күргәҙмәһе үтәсәк.  Бынан тыш экспоненттарҙың  төп өлөшөн Рәсәйҙең 23 төбәгенән – Мәскәү, Ленинград, Кабардин-Балкар, Иваново,Курск, Пенза,Свердловск, Смоленск,  Тула, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһынан – йыйыласаҡ ҡунаҡтар тәшкил итәсәк һәм  ошо  күргәҙмәләрҙең үҙенсәлеге булып тора ла инде. Быйылғы бизнес-форумда 130-ҙан ашыу предприятие ҡатнашасаҡ, улаҙың күпселеге – етештереүсе фирмалар

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть