Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан “Алтын көҙ-2009”ҙан наградалар менән ҡайтты

Иҡтисад

Рәсәйҙең 50 субъекты һәм 29 сит ил вәкиле ҡатнашлығында үткән “Алтын көҙ-2009” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан аграрийҙарының уңыштары был юлы ла юғары баһаланды.

Республиканан күргәҙмәгә 60 предприятие барҙы, улар иҫәбендә “Башспирт” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Бәләбәй сыр яһаусылары, “Башсельхозтехника” унитар ауыл хужалығы предприятиеһы һәм башҡалар. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, беҙҙең республика экспозицияһы иң байы булды.

Быйылғы наградалар арсеналында – Башҡортостан Хөкүмәте наградланған “Агросәнәғәт комплексындағы юғары ҡаҙаныштар өсөн” Гран-прийы һәм “Стенд менеджерҙарының әүҙем эше өсөн” махсус призы.

Республикабыҙ Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында был махсус призға берҙән-бер эйә булыусы булды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хъеҙмәтенән.

Шулай уҡ Мәскәүҙәге төп аграр форумда төрлө дәрәжәләге 450-нән ашыу миҙал яуланды. Әлегә ҡайһы берҙәре баш ҡаланан ҡайтып етмәгән, һәм миҙалдар һаны ла аныҡланмаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть