11 декабрь, Йәкшәмбе

14 октябрь 2009 йыл, 10:48

Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған театр фестивале

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә 14 октябрҙән 20-һенә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Республика театр фестивале үтәсәк. Уны асыу тантанаһы бөгөн, 14 октябрҙә, Мостай Кәрим исемендәге БР Милли йәштәр театрында үткәрелә. Фестиваль программаһын театрҙың башҡорт труппаһы башҡарыуында “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле асасаҡ.

“Башинформ” агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, ҙур театр форумында ҡатнашыу өсөн Башҡортостан баш ҡалаһына республиканың бөтә театрҙары киләсәк, сөнки уларҙың һәр береһенең репертуарында Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр бар.

Фестиваль көндәрендә өфөлөләргә 16 театраль-музыкаль тамаша күрһәтеләсәк. Улар араһында милли театр сәнғәте классикаһы – “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей” трагедиялары, “Ҡыҙ урлау” комедияһы, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” драмаһы һәм башҡалар.

Фестиваль Йәштәр театрында уҡ Мостай Кәримдең тыуған көнөндә — 20 октябрҙә тамамлана.