9 декабрь, Йома

14 октябрь 2009 йыл, 9:50

Мәктәптәрҙә ашатыу системаһы камиллаштырыла

автор: Эльмира Сабирова

— Бөгөн бөтә мәктәп ашханаларында ла эҫе аш биреү ойошторолған, — тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы эргәһендәге сираттағы кәңәшмәлә ҡулланыу баҙары идаралығының йәмәғәт туҡланыуы бүлеге начальнигы Игорь Сысолятин. – Уҙған йыл менән сағыштырғанда уҡыусыларҙы туҡландырыу менән солғап алыу 0,75 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә байтаҡ балалар ата-әсәләре аҡсаһы иҫәбенә туҡланыуын дауам итә – 2008 йыл кимәле менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Социаль яҡланмаған ғаиләләрҙән балаларға көнөнә бер уҡыусыға адреслы дотация күләме 11,27 һумдан 13 һумға тиклем арттырылды.

“Мәктәп һөтө” системаһы буйынса башланғыс синыф уҡыусылары аҙнаһына өс тапҡыр өҫтәмә рәүештә бушлай һөт алыуын дауам итә. Был эксперимент “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә икенсе йыл бара. Мәктәп туҡланыуы буйынса үҙ проектын тормошҡа ашырыуға республика баш ҡалаһы федераль бюджеттан 50 миллион һум күләмендә субсидия алды.

Шулай уҡ ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә 24 мәктәп ашханаһында капиталь ремонт үткәрелде, уларҙа яңы ҡорамалдар ҡуйылды. Киләһе йыл тағы 26 мәктәп ашханаһын реконструкциялау планлаштырылған.

темалар: Мәғариф