8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2009 йыл, 17:35

Юрий Пустовгаров: Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек – төбәктең тотороҡло үҫеш нигеҙе

автор: "Регионы России" журналы

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының алдынғы индустриаль һәм ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булып тора. Төбәк предприятиелары сығарған продукцияның конкуренцияға һәләтлелеге Башҡортостанды халыҡ-ара һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлектә песпективалы партнер яһай. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров “Регионы России” журналына интервьюһында республиканың сит илдәр һәм РФ төбәктәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлеге тураһында һөйләне.

— Хөрмәтле Юрий Леонидович, Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең ҡайһы төбәктәре һәм ниндәй сит илдәр менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерә?

— Башҡортостан Республикаһы донъяның 100-ҙән ашыу иле менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерә. 2008 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың тышҡы сауҙа күләме буйынса лидерҙар тиҫтәһенә Нидерландтар, Чехия, Ҡаҙағстан, Латвия, Төркиә, Италия, Украина, Финляндия, АҠШ, Ҡытай кеүек илдәр инә.

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының 80 субъекты менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр урынлаштырған, шуларҙан килешеү нигеҙендә — Рәсәйҙең 51 төбәге менән. Силәбе, Ырымбур  өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары, Удмурт Республикаһы, Свердловск, Һамар , Төмән, Мәскәү, Нижегородка өлкәләре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Республика Силәбе һәм Свердловск өлкәләренә, Татарстан Республикаһына, Мәскәү ҡалаһына һәм өлкәһенә, Удмурт Республикаһына, Һамар, Төмән, Ырымбур һәм Тамбов өлкәләренә иң күп продукция сығара.

Ә Башҡортостан Республикаһына продукция сығарыусы иң яҡын төп сәнәғәт төбәктәре: Силәбе һәм Һамар өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Нижегородка өлкәһе, Пермь крайы, Свердловск, Кемерово һәм Ленинград өлкәләре.

Юрий Пустовгаровтың тулы интервьюһын журнал сайтында уҡырға мөмкин: http://gosrf.ru/journal/article/734