6 декабрь, Шишәмбе

13 октябрь 2009 йыл, 16:41

БР-ҙың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы ҡаҙнаны 2,399 миллиард һумға тулыландырҙы

автор: Ольга Горюнова

БР-ҙың  Ер һәм милек  мөнәсәбәттәре министрлығы  ағымдағы йылдың туғыҙ айында  республика ҡаҙнаһын  2,399 миллиард һумға тулыландырыуҙы  тәьмин итте.

Дәүләт  унитар  предприятиеларының дәүләт милкен аренда түләүҙәре, дивидендтар  төрөндә файҙаланыуҙан һәм килем  өлөшөн күсереүҙән  2,316 миллиард һум аҡса йыйылған. Министрлыҡтың  матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был күрһәткестәр буйынса план үтәлгән.

Был  осор эсендә  аренда килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына биш аукцион үткәрелгән. Республика бюджетына 5,6 миллион һумдан ашыу  аҡса килеүе көтөлә. Аренда килешеүҙәрен төҙөү дауам итә.

Шулай уҡ дәүләт милкен һәм акциялар пакетттарын һатыу буйынса ла килем иҫәпләнгән. Ҡаҙнаға  барлығы 83 миллион һум кергән.