6 декабрь, Шишәмбе

13 октябрь 2009 йыл, 16:16

Башҡортостан Президенты Ырымбур өлкәһе губернаторы менән осрашты

автор: Елена Макушина | фото: Андрей Старостин

Салауат районы буйлап эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов “Янғантау” шифаханаһында ял итеүсе Ырымбур өлкәһе губернаторы Алексей Чернышев һәм уның ҡатыны менән осрашты. БР Президенты күрше өлкәнән үҙ коллегаһына Башҡортостанда санаторий-курорт системаһының үҫеше хаҡында һөйләне.

Ырымбур өлкәһе губернаторы менән әңгәмәлә Мортаза Рәхимов республикала рекреацион система учреждениеларын модернизациялауға ҙур бюджет средстволары һалыныуын һәм бының ыңғай һөҙөмтәләр биреүен  билдәләне. “Янғантау” кеүек шифаханалар хәҙер инде үҙ средстволары иҫәбенә үҫешә.

Үҙ сиратында, Алексей Чернышев президентҡа йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул “Янғантау”ҙы өлгөлө һәм Рәсәйҙең иң яҡшы шифаханаларының береһе тип атаны.

Әйткәндәй, Алексей Чернышев Башҡортостан шифаханалары хаҡында ишетеп кенә белмәй. Ул бер нисә тапҡыр Башҡортостандың иң яҡшы санаторийҙарында ял итте һәм һәр ваҡыт күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәр сифатын юғары баһаланы.