9 декабрь, Йома

13 октябрь 2009 йыл, 15:09

Декабрҙә милли сәйәсәткә арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәк

автор: Марина Шумилова

Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы 10 декабрҙә Өфөлә “Милли сәйәсәт һәм традицион халыҡ мәҙәниәте” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғара.

Конференцияла дәүләт милли сәйәсәтен, уның хоҡуҡи аспекттарын да индереп, оптималләштереү мәсьәләләре; хәҙерге Рәсәйҙә милли мәҙәниәттәрҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһе; глобалләшеүсе донъяла традицион халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү өсөн кәрәк булған социаль-иҡтисади һәм социомәҙәни шарттарҙың киң спектры тикшереләсәк.

Ғилми форумда ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһынан да ойоштороу комитеты 2009 йылдың 23 ноябренә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы,  40 (каб. 412) адресы буйынса ҡатнашыуға заявка һәм йыйынтыҡта баҫтырыу өсөн мәҡәлә ебәреүҙәрен һорай.

E-mail: confBAGSU@yandex.ru. Тел/факс: 8 (347) 273-89-67.