8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2009 йыл, 13:16

Йәш ғалимдар өсөн ғилми эштәр конкурсы иғлан ителде

автор: Лиә Нәғимова

Мәғариф министрлығы һәм республиканың Фәндәр академияһы 2009 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһы гранттарына дәғүә итеүгә йәш ғалимдарҙың һәм йәштәр фәнни коллективтарының ғилми эштәре конкурсын иғлан итә.

Конкурста Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан, әүҙем ғилми тикшеренеү алып барған фәнни учреждениелар, ойошмалар һәм профессиональ белем биреү учреждениеларынан 35 йәшкә тиклемге ғилми хеҙмәткәрҙәр, уҡытыусылар, белгестәр, стажер-тикшеренеүселәр, аспиранттар һәм докторанттар, иң күбе биш кешенән торған йәштәр фәнни коллективтары ҡатнаша ала.

Конкурсҡа эштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, фәнни ойошмалар, дәүләт професиональ белем биреү учреждениелары күрһәтә. Эштәрҙе тапшырыу ваҡыты – быйыл 1 октябрҙән 1 декабргә тиклем.

Йәш ғалимдарға һәм йәштәр фәнни коллективтарына гранттар Башҡортостан Республикаһы Президентының 2006 йылдың 6 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында йәш ғалимдарға һәм йәштәр фәнни коллективтарына дәүләт ярҙамы буйынса өҫтәмә саралар тураһында” Указы менән раҫланған. Быйыл улар дүртенсе тапҡыр биреләсәк.

Конкурс тураһында положение һәм өҫтәмә мәғлүмәт менән Рәсәй йәш ғалимдар союзының БР-ҙағы төбәк бүлексәһе сайтында танышырға мөмкин: http://bash.rosmu.ru/.