8 декабрь, Кесе йома

13 октябрь 2009 йыл, 12:36

Өфөлә уртаса эш хаҡы 8,4 процентҡа артҡан

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ағымдағы йылдың өс кварталы йомғаҡтары буйынса Өфөлә уртаса эш хаҡы  уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 8,4 процентҡа артҡан. Бөгөн ул 19,5 мең һум тәшкил итә. Был хаҡта  Өфө ҡалаһы  хакимиәте башлығы Павел Качкаев   бөгөн үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

—Сентябрь айында эш хаҡы август   менән сағыштырғанда 40 һумға кәмеүгә  ҡарамаҫтан,  ҡала  буйынса халыҡтың төшөм кимәле тотороҡло арта килә.— тине мэр.