9 декабрь, Йома

13 октябрь 2009 йыл, 12:19

Уйын бизнесын Өфөнән ҡыуырға маташалар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө мэры Павел Качкаев район хакимиәттәре башлыҡтарын законһыҙ эшләүсе уйын йорттарына ҡаршы әүҙем көрәшергә саҡырҙы.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалала әлегә тиклем бер нисә уйын клубы ҡалған, — тине мэр. – Уҙған аҙнала беҙ Киров районындағы бер клубты асыҡлап, ябыуға өлгәштек. Ләкин бер нисә көндән Совет районында яңы клуб асыҡланды. Тимәк, эш алып барылмай, уйын йорттары бөтөрөлмәй, ә бер райондан икенсеһенә күсеп йөрөй, тигән һүҙ. Йәшерен уйын бизнесына ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә кәрәк. Был мәсьәлә менән, беренсе сиратта, район хакимиәте башлыҡтары шөғөлләнергә тейеш.

Иң күп уйын салондары бөгөн баш ҡаланың Орджоникидзе (7) һәм Калинин (5) райондарында иҫәпләнә. Һәм был федераль закондар менән бындай йорттарҙың эшмәкәрлеге тыйылыуға ҡарамаҫтан. Ҡабаттан иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уйын бизнесын көйләү тураһында” Федераль закон быйыл 1 июлдә үҙ көсөнә инде. Был законға ярашлы, махсус бүленгән дүрт зонанан тыш – Приморьела, Алтай крайында, Калининград өлкәһендә, шулай уҡ Краснодар крайы менән Ростов өлкәһе сигендә – Рәсәйҙең ҡалған бөтә биләмәһендә уйын бизнесы тыйыла.