Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

“ Бында Европа Азия менән осраша ” китабы донья күрҙе

Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә  Башҡортостан Республикаһы тураһында сиратттағы китап  донья күрҙе. “Бында  Европа  Азия менән осраша ”  тигән исемле китап  “Башҡортостан панорамаһы” журналы мөхәрририәте  тарафынан нәшер ителгән. Баҫма иң элек үҙенсәлекле форматы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Сағыу  тышлы  бүләк баҫмаһы  киң  ҡатлам уҡыусыларына  урыҫ, башҡорт һәм  инглиз телдәрендә тәҡдим ителгән.

Китапта республиканың  һәр бер районының  майҙаны, иҡтисади хәле, географик урынлашыуы, халыҡ иҫәбе  тураһында йөкмәткеле белешмәләр бирелгән.

Баҫмала “Һорауҙар  һәм яуаптар” рубрикаһы төп урынды биләй: Башҡортостанда ниндәй иң ҙур йыртҡыс ҡош йәшәй?  Республика хөрмәтенә  аталған  планета  бармы? Тәүге башҡорт кинооператоры кем булған? Республикала ер тетрәүҙәре буламы?

Уҡыусылар шулай уҡ урындағы халыҡтың йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре,  үҙенсәлекле мәҙәниәте, тарихы, республиканың   хозур тәбиғәте  тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныша ала.

Яңы баҫмала   республиканың билдәле  фоторәссамдарының  уникаль  фотолары  урын алған.

Китап менән  редакцияның   http://www.kprb.ru/  сайтында танышырға мөмкин.

Теги: Нәшриәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть