Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Вакантлы эш урындары һаны арта

Иҡтисад

Өфөлә вакантлы эш урындары һанының тотороҡло арта барыуы күҙәтелә. Был турала бөгөн мэриялағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Мәҫәлән, ҡаланың мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән вакансиялар һаны уҙған йылдың сентябре менән сағыштырғанда 500-гә артты һәм хәҙер 8055 тәшкил итә.

Шул уҡ ваҡытта республика баш ҡалаһында эшһеҙ граждандар һаны кәмеүе лә күҙәтелә. Улар хәҙерге ваҡытта рәсми рәүештә 11893 кеше иҫәпләнә.

— Әлегә хеҙмәт баҙарында иң киҫкен торған берҙән-бер мәсьәлә – эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү буйынса бурысы, – тине Павел Качкаев. – Бөгөн ул ҡала буйынса 22 миллион һум самаһы тәшкил итә. Әммә бында ла ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә –аҙна эсендә бурыс дүрт миллионға кәмене.

Теги: мәшғүллек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть