9 декабрь, Йома

13 октябрь 2009 йыл, 11:32

БР Венчур фондының инновацион предприятиелар менән эше тикшерелде

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында “Башҡортостан Республикаһы Венчур фондының инновацион предприятиелар менән эшләү практикаһы” темаһына семинар үтте. Ул республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы үткәрелде. БР Венчур фонды уны “Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар һәм инвестициялар” идара итеүсе компанияһы” (Мәскәү)  ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ойошторҙо.

Сәнәғәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүе буйынса, семинар сиктәрендә түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды: инвестицион проекттарҙы һайлап алыу үҙенсәлектәре, уларҙың йәлеп итеүсәнлек факторҙары, инвестициялар формалары, Фондтың идара итеүсе компанияһы менән инновацион предприятие араһында Инвестицион килешеү үҙенсәлектәре, проекттан сығыу тәртибе.

Семинарҙа БР Венчур фондының башҡарыусы директоры Гөлшат Шакирова, “Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар һәм инвестициялар” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Наталья Подсосонная һәм был компанияның директорҙар советы ағзаһы Олег Дьяченко сығыш яһаны.

Сара аҙағында проекттарҙы индивидуаль тикшереү үткәрелде.