3 декабрь, Шәмбе

13 октябрь 2009 йыл, 10:25

Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе тамамланды

автор: Марина Чепикова

12 октябрҙә “Алтын көҙ” ХI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе тамамланды. Ул Мәскәүҙә 9 октябрҙә асылғайны.

“Башинформ” агентлығы Башҡортостан Республикаһы экспозицияһы сираттағы ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр форумында юғары баһа алыуы тураһында хәбәр иткәйне инде. Мәҫәлән, Мәләүез районының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы, “Туймазинец” крәҫтиән-фермер хужалығы продукциялары, Көйөргәҙе районының “Забарив-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тоҡомло малы һәм “Благовар” тоҡомло ҡошсолоҡ заводының тоҡомло ҡош-ҡорто күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. “Алтын көҙ”ҙө ойоштороусылар Башҡортостан предприятиеларының һөт продукцияһын да билдәләнеләр.

“Өфө икмәге” һәм “2-се Өфө икмәк комбинаты” акционерҙар йәмғиәттәре күргәҙмәлә республика икмәк бешереүселәре исеменән ҡатнашты. Улар бешергән һәм башҡорт орнаменттары менән биҙәлгән түңәрәк икмәк беҙҙең стендтың үҙенсәлекле символик “асҡысы” булып торҙо – хөрмәтле ҡунаҡтарҙы сигелгән таҫтамал өҫтөнә ҡуйылған түңәрәк икмәк менән ҡаршыланылар. Стенд кәштәләрен республика символикаһы менән ғәжәйеп торттар ҙа биҙәп торҙо.

темалар: күргәҙмәләр