4 декабрь, Йәкшәмбе

13 октябрь 2009 йыл, 9:47

Архангел һәм Белорет райондарында яңы социаль объекттар асылды

автор: Елена Макушина

Кисә  Башҡортостан  Президенты М.Ғ. Рәхимов эш сәфәре менән Архангел һәм Белорет райондарында булды. Республика башлығы райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты һәм ҡайһы бер социаль объекттарҙы асыуға арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

Архангел районының Максим Горький ауылында  М.Ғ. Рәхимов оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн яңы төҙөлгән “Шәфҡәтлелек” йорт-интернатында булды. Йөҙ урынға иҫәпләнгән  йорт-интернатта  оло йәштәгеләрҙең уңайлы йәшәйеше өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ике ҡатлы бинала йоҡо корпусы, медицина кабинеттары, китапхана, ашхана урынлашҡан. Яңы объект асыу районда 80-гә яҡын эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.

Белорет районындағы “Асы” шифаханаһында Республика көнөн яңы дауалау-диагностика һәм хакимиәт корпустарын, шулай уҡ һыу менән дауалау бинаһын асыу тантанаһы булды. Бөтә объекттар төҙөлөшө республика бюджетынан финансланған. Майҙаны 2500 квадрат метрлыҡ өс ҡатлы дауалау-диагностика корпусы заманса ҡорамалдар менән тулыһынса йыһазландырылған. 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы өс ҡатлы административ корпуста шифахана хакимиәте, матурлыҡ салоны, диетик туҡланыу залы булған 300 урынлыҡ ашхана урынлашҡан. “Асы” шифаханаһында байрамға шулай уҡ ландшафтлы быуа төҙөлөшө тамамланды. Республика Президенты шифахана хеҙмәткәрҙәрен һәм ял итеүселәрҙе яңы объекттар асылыу менән ҡотланы һәм, Башҡортостанда дауалау, шифахана-курорт учреждениелары төҙөлөшөнә даими иғтибар бирелә, тип билдәләне.

— Республикабыҙҙағы кеүек шифаханалар  Рәсәй Федерацияһының башҡа бер субъектында ла юҡ тиерлек. Бөтә  Рәсәй  һәм халыҡ-ара әһәмиәттәге төрлө форумдарҙа алынған күп һанлы наградалар быға дәлил булып тора, — тине тантанала М.Ғ. Рәхимов. Президент, көрсөк республиканың бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәүенә йоғонто яһамаясаҡ, тип айырып билдәләне.

Яңы корпустарҙы ҡарағанда М.Ғ.Рәхимов шифахананың артабанғы үҫеш перспективалары менән танышты. Киләһе йыл бында Ял үҙәге төҙөлөшө тамамланасаҡ, спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 150 урынлыҡ яңы корпус төҙөү күҙаллана. Планлаштырылған   бөтә объекттар төҙөлөшө тамамланғас, шифахана проект ҡеүәтенә сығасаҡ. Бында бер үк ваҡытта 500 кеше ял итеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Белорет районында Башҡортостан Президенты шулай уҡ тәбиғи таш сығарыу предприятиеһында булды. Президент етештереү күләмдәре, һатыу баҙарҙары һәм үҫеш перспективалары менән ҡыҙыҡһынды.