3 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 17:56

Владимир Дорошенко:Республика көнө – Башҡортостанда йәшәүсе барлыҡ халыҡтар өсөн дә мөһим ваҡиға

автор: Евгений Рәхимҡолов

– Республика  көнө – Башҡортостанда  йәшәүсе барлыҡ халыҡтар өсөн дә мөһим ваҡиға ул. – тине  Башҡортостан  Республикаһы суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүҙең 19 йыллығына  арналған  йыйылыш башланыр алдынан   украиндарҙың  “Кобзарь”  мәҙәни  үҙәге рәйесе  Владимир Дорошенко. –

Декларация республиканың милли һәм мәҙәни сәйәсәтенең  өҫтөнлөктәрен үҙгәртте. Был үҙ сиратында  республикала йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙың  тормошонда  мәҙәни яңырыуға килтерҙе. Мәҫәлән, беҙҙең  украиндар милли үҙәгендә яңы ижади коллективтар барлыҡҡа килде. Йыл һайын республика кимәлендә  украина мәҙәниәте фестивалдәре үткәрелә,  украин теле өйрәтелгән “Село Золотоношка” исемле  тарихи-мәҙәни үҙәк ойошторолдо.