11 декабрь, Йәкшәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 17:18

Белорет ҡалаһында өй туйлаусылар һаны артты

автор: Александр Урцев

Республика  көнөн  Белорет үҙәк  район  дауаханаһының  ун врачы  яҡшы кәйеф  менән ҡаршылай.  Район башлығы Николай Максимов  уларға ошо көндәрҙә тантаналы  рәүештә  яңы фатир асҡыстары тапшырҙы.  Бындай мөмкинселек районда яңы бала табыу йорто төҙөү тамамланыу менән барлыҡҡа килде.  Элек  дауахананың гинекология бүлеге күп ҡатлы  торлаҡ йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан ине. Бала  табыу йорто төҙөлөп бөтөү менән, был бүлек шунда күсерелде. Ә  бушаған бинала  урындағы бюджет иҫәбенә реконструкция эшләп, ун  ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшырттылар. Өй туйлаусыларҙың күпселеге   –  Белорет ҡалаһына  бер нисә йыл элек күсеп килгән йәш белгестәр. Үҙ  фатирҙары булмау сәбәпле,  уларҙың ҡайһы берҙәре күсеп китергә лә уйлай ине.  “Хәҙер ситкә күсеү тураһында  уйламаясаҡбыҙ ҙа”.–  тип  ышандырҙы улар.

темалар: медицина