9 декабрь, Йома

09 октябрь 2009 йыл, 16:23

Мортаза Рәхимов: ” Яңы ҡатмарлы шарттарҙа ла

автор: "Башинформ"

Башҡорт дәүләт  опера һәм балет театрында   Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш дауам итә. Унда  ҡатнашыусылар алдында  Башҡортостан  Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов  ”Яңы ҡатмарлы шарттарҙа ла Башҡортостан  ныҡлыҡҡа  һынауҙы  уңышлы  үтә!”  исемле  доклад менән сығыш яһаны.

Ҡәҙерле ватандаштар! Хөрмәтле  ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар!

Һеҙҙе, ә һеҙҙең йөҙөгөҙҙә  Башҡортостан халҡын,  дәүләтебеҙҙең төп байрамы — Республика көнө менән  ҡотлайым!

Был датаны  ҡала һәм райондарҙа, хеҙмәт коллективтарында билдәләү, йәмәғәтселек менән берлектә сираттағы йылға һығымталар яһау, киләсәккә бурыстарҙы асыҡлау   яҡшы традицияға  әүерелде.

Бына ике тиҫтә йылға яҡын Башҡортостан ижтимағи үҙгәртеп ҡороуҙар юлынан бара. Был — беҙҙең тарихи юлды һайлауыбыҙ, бөйөк Рәсәй менән уртаҡ яҙмышыбыҙ, республиканың бер быуатлыҡ тиерлек дәүләтселеге үҫешендә яңы этап. Илдәге демократик реформалар һөҙөмтәһендә дәүләт власы органдарын, иҡтисади системаны йәмғиәт һәм һәр кеше мәнфәғәттәренә йүнәлтеү мөмкинлеге тыуҙы. Беҙ хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөш проблемаларын, төбәгебеҙ үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, үҙ аллы хәл итә башланыҡ.

Уникаль тәбиғәт байлыҡтарына, ҡеүәтле сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш потенциалына, ә иң мөһиме — тәжрибәле, талантлы һәм тырыш кадрҙарға эйә булған республика үҙ иңенә ҙур бурыстар алды, ХХI быуатта ысын алға китешкә өлгәште. Был — Рәсәй Федерацияһын нығытыуға ҙур өлөш индереү, беҙ уның менән хаҡлы ғорурланабыҙ!

Бөгөн халҡыбыҙҙың, йәмғиәттең бөтә ҡатламдарының, талантлы йәштәрҙең, төбәктәрҙең ғәйәт ҙур ижади, интеллектуаль ҡеүәтен замандың ҙур һынауҙарына лайыҡлы яуап биреү өсөн тағы ла ҡыйыуыраҡ тормошҡа ашырырға кәрәк. Заманса производстволар һәм яңы технологиялар, конкуренцияға һәләтле продукцияның өр-яңы төрҙәре, ХХI быуат инфраструктураһы айырыуса талап ителә.

Донъя көрсөгө ныҡлыҡҡа етди һынау булды. Бөгөн республикабыҙ, дөйөм алғанда, ябай булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үткәрә, тип раҫларға мөмкин. Үткәрелгән структур үҙгәртеп ҡороуҙар, иҡтисадты диверсификациялау һәм яңыртыу, ваҡытында күрелгән саралар кире күренештәрҙең йоғонтоһон байтаҡҡа йомшартыу мөмкинлеген бирҙе.  Банкылар  эшмәкәрлегенең тотороҡлолоғо тәьмин ителде, финанс-бюджет системаһы һөҙөмтәле эшләй. Иҡтисадыбыҙҙың, башҡа төп тармаҡтарҙың һәм халыҡ хужалығы өлкәләренең арҡа һөйәге булған яғыулыҡ-энергетика комплексы эшмәкәрлеген айырып билдәләргә теләйем. Торлаҡ йорттар төҙөлөшөнөң артыуы тәьмин ителде. Планлаштырылған объекттарҙы, юлдар һәм күперҙәр һалыу дауам итә.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дәүләттең ҙур ярҙамы менән, үҙҙәренең бай тәжрибәһе, ныҡышмалылығы һәм маҡсатҡа ярашлы эше иҫәбенә ҡатмарлы һауа-климат шарттарын еңеп, яҡшы уңыш — 2,2 миллион тонна иген үҫтерҙе һәм йыйып алды. Малсылыҡ үҫеүен дауам итә, һөт һәм ит етештереү буйынса эре ҡеүәттәр булдырыла.

Республика кешеләрҙең йәшәү кимәлен һәм сифатын күтәреүгә, халыҡтың төрлө ҡатламдарына бөтә яҡлап ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән социаль сәйәсәтен үткәрә. Дәүләттең бөтә социаль гарантиялары һәм йөкләмәләре һаҡлап ҡалынды, айырым маҡсатлы социаль программалар үтәлә. 2009 йылдың 7 айында уртаса айлыҡ эш хаҡы былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 9,5 процентҡа артҡан, ә йән башына уртаса аҡсалата килем 14,9 процентҡа үҫкән.

Әсәлеккә һәм балалыҡҡа, өлкән быуынға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам күрһәтеү өсөн бик күп эштәр башҡарыла. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы саралары программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Демографик хәл яҡшырыуын дауам итә, уртаса ғүмер оҙайлылығы арта.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары ярайһы уҡ ҙур. Улар кешеләрҙең физик һәм рухи үҫешен тәьмин итә, кеше капиталына, республика һәм ил киләсәгенә ысын инвестициялар булып тора.

Өлгәшелгәндәрҙең барыһы ла — власть органдары эшмәкәрлеге, һәр ҡайһығыҙҙың, ҡала һәм ауыл эшсәндәренең, ветерандарҙың һәм йәштәрҙең ныҡышмалы хеҙмәте, һеҙҙең талантығыҙ, илһөйәрлегегеҙ һәм юғары социаль яуаплылығығыҙ һөҙөмтәһе ул. Үтелгән юлда, тупланған ижади тәжрибәлә беҙ оптимизм нигеҙен, бөтә эшебеҙҙе артабан да етди көсәйтеү өсөн этәргесте күрәбеҙ. Ошо һынауҙарҙан беҙ иҡтисади үҫеш сығанаҡтарын киңәйтеп, һөҙөмтәлерәк технологияларҙы үҙләштереп, тормошобоҙҙо төҙөкләндереп, тағы ла көслөрәк булып сығырбыҙ тип ышанам!

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек һәм бәхет, иртәгәһе көнгә ышаныс, Тыуған илебеҙ хаҡына барлыҡ изге эштәрегеҙҙә яңы уңыштар теләйем!

Оло байрам менән, ҡәҙерле ватандаштар!