9 декабрь, Йома

09 октябрь 2009 йыл, 15:20

Өфөлә иң яҡшы муниципаль берәмектәр билдәләнде

автор: Ольга Горюнова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн, 9 октябррҙә, Республика йортонда «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» республика конкурсы лауреаттарын наградлау тантанаһы үтте. Ул Башҡортостанда икенсе тапҡырына үткәрелә.

Конкурсты Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Урындағы үҙидара буйынса Совет ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы ойошторҙо.

Конкурста Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль хеҙмәттәр һәм предприятиеларҙың муниципаль хужалыҡ һәм урындағы үҙидараны үҫтереү өлкәһендә етди ҡаҙаныштарға эйә булған хеҙмәткәрҙәре, башҡарма һәм вәкәләтле урындағы үҙидара органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары редакциялары ҡатнаша. Конкурс һигеҙ актуаль номинация буйынса үткәрелә. Һәр номинация буйынса бер беренсе, ике икенсе, ике өсөнсө урындар ҡаралған. Республиканың 33 муниципаль берәмегенән конкурста ҡатнашыуға 100-ҙән ашыу заявка килгән. Ойоштороу комитеты иң яҡшыларҙан яҡшыларҙы һайлап алған. Уларға наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы.

«Иҡтисад һәм муниципаль берәмек финанстары» номинацияһында беренсе урынды Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте яуланы, икенсе урында – Иглин районы һәм Октябрьский ҡалаһы, өсөнсөлә – Благовещен һәм Краснокама райондары. Әйткәндәй, Октябрьский ҡалаһы быйыл октябрҙә “Рәсәйҙең иң төҙөкләндерелгән ҡалаһы” конкурсында өсөнсө урын яуланы.

«Муниципаль берәмектең социаль өлкәһе» номинацияһында Сибай иң яҡшы тип танылды, икенсе позицияла – Ауырғазы һәм Өфө райондары, өсөнсөлә – Йәрмәкәй һәм Туймазы.

«Муниципаль берәмек инфраструктураһы» номинацияһында беренсе урынды Әлшәй районы хакимиәте яуланы, икенсе – Баймаҡ һәм Дүртөйлә райондары, өсөнсө – Белорет һәм Мәләүез.

«Муниципаль район менән идара итеү» номинацияһында Иглин районы иң яҡшы тип танылды,  Ауырғазы һәм Учалы райондары унан бер аҙға ғына ҡалышты, өсөнсө позицияла – Бишбүләк һәм Йылайыр райондары.

Муниципаль берәмектең иң яҡшы башлығы тип республиканың Стәрлетамаҡ районын етәкләүсе Хәйҙәр Шаһиев танылды. Икенсе урында – Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Әлфәрис Байсурин һәм Мәсетле районынан уның коллегаһы Юнир Солтанов. Өсөнсө урында – Нефтекама хакимиәте башлығы Олег Руденко.

Уларға наградалар тапшырып, БР Президенты Мортаза Рәхимов, һәр хакимиәт башлығы дәртләндереүгә лайыҡ, һәр район тураһында маҡтау һүҙҙәре әйтергә мөмкин, тип билдәләне.

темалар: наградалар