3 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 14:43

Башҡортостан элемтә бүлексәләре заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған

автор: Любовь Колоколова

Бөгөн – Бөтә донъя почта көнө. Ул  БМО сиктәрендә үткәрелгән халыҡ-ара байрамдарҙың береһе. 1969 йылдан  алып был дата бөтә донъяла билдәләнә.

“Рәсәй почтаһы”ның Башҡортостан филиалы  – илебеҙҙә иң эреләрҙең береһе. Федераль почта тарафынан күрһәтелгән барлыҡ хеҙмәттәр күләменең 3 проценты республика почтасылары өлөшөнә тура килә. Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы идаралығы директоры Альберт  Дүсәлимов әйтеүенсә, бындай хәл республика иҡтисады үҫешенең юғары  кимәленә бәйле. Һәм улар республиканың 12 мең кешеһен эш менән тәьмин итеп, ошо иҡтисадтың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.  Был республика етәкселегенең уйланылған сәйәсәте һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Филиалдың йылдам үҫеше яңы хеҙмәттәрҙе һәм заманса технологияларҙы ғәмәлгә индереүгә бәйле.

Быйыл пенсия фонды менән берлектә республика территорияһында пенсиялар һәм пособиелар ташыуҙа  электрон документтар әйләнеше технологияһы тулыһынса сафҡа индеререлде. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем бүлексәләребеҙҙе махсус почта техникаһы менән йыһазландырыу кимәлен 97 процентҡа  еткерергә ниәтләнәбеҙ. –ти Альберт Дүсәлимов. –  Илдәге һәр төбәк селтәрҙе йыһазландырыуҙың бындай юғары дәрәжәһенә эйә була алмайҙыр.

Заманса хеҙмәттәр, мәҫәлән, аҡсаны электрон күсереү хеҙмәтен ғәмәлгә индереү мөмкинлеге,  бүлексәләребеҙҙең 90 проценттан ашыуының Интернет селтәренә тоташыуына бәйле.

2011 йылда старт  аласаҡ “Электрон хөкүмәт”  айырым маҡсатлы федераль программаһына ярашлы халыҡҡа иң кәрәкле дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса оператор булыу планлаштырылған. Бында документтар әҙерләү, лицензиялар, күсермәләр, белешмәләр биреү инә.

БР Президентының Дәүләт Йыйлышы-Ҡоролтайға булған  Мөрәжәғәтнамәһендә  “Беҙҙең маҡсат – халыҡтың именлеге, Башҡортостандың үҫеш ҡеүәтен арттырыу” тиелә. Был электрон почта, мәғлүмәттәр ебәреү, интернет бәйләнешенә, күсмә электр элемтәһенә  һәм башҡа заманса технологияларға ла ҡағыла. “Рәсәй почтаһы”ның  Башҡортостан  филиалы  миҫалында мәғлүмәт һәм элемтә хеҙмәттәре  баҙары дөрөҫ  йүнәлештә  үҫешә, тиергә була.