9 декабрь, Йома

09 октябрь 2009 йыл, 14:04

Башҡортостан социаль технологиялар институты абруйлы наградаға лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостан социаль технологиялар институты Мәскәүҙә үткән “Мәғариф мөхите-2009” Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә бер юлы ике диплом яуланы. Сара Рәсәй мәғариф системаһын үҫтереүҙең хәҙерге һәм перспективалы йүнәлештәренә арналды. Вуз күргәҙмәгә ҡуйған инновация проекты Федераль мәғариф буйынса агентлыҡтың “Рәсәй мәғарифын яңыртыуға йүнәлтелгән проекттар эшкәрткән һәм индергән өсөн” һәм “Социаль партнерлыҡ системаһын проектлауҙың социаль технологияларын һәм гуманитар инновацияларын эшкәрткән һәм индергән өсөн” дипломдары менән билдәләнде.

Тағы бер награда институт директоры Тәнзилә Ниғмәтуллинаға тапшырылды. Ул “Бөтә Рәсәй Күргәҙмә Үҙәге лауреаты” миҙалына лайыҡ булды.

темалар: мәғариф