10 декабрь, Шәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 12:37

Йәш гвардиясылар “Йәштәр – сәләмәт киләсәк өсөн!” акцияһын үткәрә

автор: Марина Шумилова

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй Йәш Гвардияһы” Бөтә Рәсәй  йәмәғәт  ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе активистары алкоголле продукция менән сауҙа  итеү ҡағиҙәләре тураһындағы закон сиктәрендә “Йәштәр – сәләмәт киләсәк өсөн!” акцияһын үткәрә.

Йәш гвардиясылар  14-15 йәшлек үҫмерҙәрҙән контроль һатып алдырыу юлы менән бәлиғ булмағандарға алкоголле һәм тәмәке продукцияһы һатыу буйынса хәлгә мониторинг үткәрәсәк. Акция аҙағында фото- һәм видеоотчет төҙөп,  ул башҡарма власть органдарына  ебәреләсәк.