5 декабрь, Дүшәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 11:54

Социаль именлек Башҡортостанда тыуым артыуына булышлыҡ итте

автор: Михаил Сысоев

Туҡһанынсы йылдар башында бөтә Рәсәй буйлап халыҡтың дөйөм һаны кәмеү башланғайны.Бөгөн ҡайһы бер төбәктәр иҡтисади көрсөккә ҡарамай, именлектең төп  билдәһенә – тыуым  үлем кимәленән артыуға иреште. Ағымдағы йылдың  ғинуар-август  айҙарында республикала 36332 сабый донъяға килгән, был былтырғы йыл  күрһәткестәре менән сағыштырғанда 1,3 процентҡа күберәк. Ошо 8 ай эсендә   халыҡтың тәбиғи үҫеше 642 кеше тәшкил итте.  

БР Хөкүмәте Премьер-министры  урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау   министры   Фидус Ямалетдинов әйтеүенсә,тәү ҡарашҡа ҡоро статистика һандары  төп  фекерҙе асыҡ  иҫбатлай   –  тимәк,  республика халҡы  киләсәккә ышаныслы ҡарай,бала табырға  ҡурҡмай.

– Ата-әсәләр икенсе йәки өсөнсө бала тураһында йышыраҡ уйлана башланы. Дәүләт сәйәсәте ошоға йүнәлтелгән дә инде.Башҡортостанда күп программалар булдырылған, ғаиләләргә һәр яҡлап социаль ярҙам күрһәтелә.

  Беренсенән, – ти Фидус Ямалетдинов, – дөйөм  социаль-иҡтисади  тотороҡлолоҡ үҙенең билдәләүсе йоғонтоһон яһай. Икенсенән, республика хеҙмәт баҙарындағы хәлде яйға һалыуға иреште. Өсөнсөнән, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн байтаҡ эшләнә. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға  республика етәкселеге төп баҫым яһай. Рәсәйҙә бер квадрат метрҙың хаҡы 14 мең һумдан артмаған торлаҡ программалары юҡ. Ә беҙҙә ер участкалары  бушлай бүленә, коммуникациялар бюджет иҫәбенә үткәрелә, йылына 8 процентлыҡ займдар бирелә.

Вице-премьер  шулай уҡ Башҡортостанда тыуымдың ыңғай балансы быйыл ғына түгел,ә киләһе бер-нисә йыл эсендә лә һаҡланып ҡаласағын әйтеп үтте.

темалар: демография