11 декабрь, Йәкшәмбе

09 октябрь 2009 йыл, 11:57

Мортаза Рәхимов Вениамин Яковлев менән осрашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте | фото: Олег Яровиков

8 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Президенты советнигы Вениамин Яковлев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Өфөгә Вениамин Яковлев Башҡорт дәүләт университетының 100 йыллығына арналған “Хәҙерге шарттарҙа юридик фәнде һәм практиканы үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа Федераль үҙәк менән төбәктәрҙең нормалар сығарыу өлкәһендә үҙ-ара эшмәкәрлеген артабан камиллаштырыу, йәмғиәттә хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү һәм дәүләт власы органдарында коррупция күренештәренә ҡаршы көрәште көсәйтеү буйынса саралар ҡаралды. Яҡтар фән, атап әйткәндә, юриспруденция вәкилдәрен дәүләт ҡоролошо өлкәһендәге закон проекттарын эшләүгә әүҙемерәк йәлеп итеү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.

Мортаза Рәхимов, Башҡортостандың ғалим-юристары хоҡуҡтың бөтә тармаҡтары буйынса ғилми эштәр алып бара, тип билдәләне. Башҡортостан Президенты, киләсәккә власть органдарының һәм юридик институттарҙың берлектәге эшмәкәрлеге һөҙөмтәлерәк булырға, ә йәмғиәт тормошонда юридик белемдең әһәмиәте артырға тейеш, тип иҫәпләй. Республика башлығының фекеренсә, иҡтисади үҫештең һәм дәүләттең милли именлеген тәьмин итеүҙең мөһим ресурсы булараҡ, юридик фәнгә таянып бөтә көүҙәк проблемаларҙы уңышлы хәл итергә мөмкин.

Вениамин Яковлев Өфөгә халыҡ-ара күләмдәге юридик форум үткәреү буйынса инициативаны хуплаған өсөн Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерҙе һәм ошо фән тармағы үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүсе республика ғалимдары хоҡуҡ белгестәренең юғары профессионализмын билдәләне.