Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Милиция сафында енәйәтселеккә ҡаршы көрәш

Йәмғиәт

БР буйынса Эске эштәр министрлығының Үҙ именлек идаралығы хеҙмәткәрҙәре йыл башынан алып төрлө енәйәттәр яһаған өсөн 76 милиция хеҙмәткәрен ҡулға алды. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре араһында 49 вазифауи енәйәт, 18 ришүәт алыу факты һәм 11 мутлыҡ осрағы асыҡланған. Был һандарҙы БР буйынса Эске эштәр министрлығының Үҙ именлек идаралығы начальнигы Виктор Фоминых подразделениеның 2009 йылдың туғыҙ айындағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтарына арналған брифингта килтерҙе.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы структураһында Үҙ именлек идаралығы 1995 йылдың декабрендә төҙөлдө. 1996 йылдың июлендә махсус подразделение БР буйынса Эске эштәр министрлығында ла төҙөлдө. Идаралыҡ эске эштәр органдарында оҙаҡ йылдар эшләгән профессиональ әҙерлекле хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин ителгән. Йыл һайын был идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре йөҙәрләгән граждандарҙың ялыуҙары һәм ғаризалары буйынса тикшереүҙәр үткәрә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре яғынан законһыҙ эш итеүҙәр ҡорбанына әйләнгән һәр граждан (347) 279-37-02, 279-37-04, 279-37-05 телефондары аша  Үҙ именлек идаралығына йәки БР буйынса Эске эштәр министрлығының 128 ышаныс телефоны аша шылтыратып мөрәжәғәт итә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть