9 декабрь, Йома

08 октябрь 2009 йыл, 17:28

Суверенитет тураһындағы декларация Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренә сығарҙы

автор: Николай Ермоленко

БР  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Шамил Бикҡолов һәм  Рөстәм Күзбәков 19 йыл элек ҡабул ителгән Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация арҡаһында Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы төбәктәренә әүерелде, тип иҫәпләй. Был тарихи акттың республика халҡы өсөн ниндәй роль уйнауы тураһындағы фекерҙәре менән  улар бөгөн “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында  уртаҡлашты.

Депутаттарҙың икәүһенең дә декларация ҡабул итеүгә туранан-тура ҡағылышы булыуы асыҡланды. Бөгөн  Өфө полиграфия комбинаты директоры, ”Берҙәм Рәсәй”  партияһының төбәк политсоветы секретары урынбаҫары булған Шамил Бикҡолов, 1990 йылда республика суверенитетының  иҡтисади  концепцияһын төҙөгән  КПСС-тың Башҡорт өлкә комитеты бүлегендә эшләгән. Ә Рөстәм Күзбәков республиканың  Юғары Советы депутаты була һәм декларация ҡабул ителгән кәңәшмәлә ҡатнашҡан икән.

“Ул тарихи йыйылыш бөгөн Дәүләт Йыйылышының пленар кәңәшмәләре уҙғарылғын залда бик көсөргәнешле  үтте, — тип хәтерләй ул. — 280 депутаттың яртыһы Декларацияны ҡабул итеүгә риза, ә ҡалғандары  ҡаршы  булып сыҡты. Депутаттарҙың һәр береһе тиерлек  микрофон яғына үтеп үҙенең фекерен белдерҙе. Шулай ҙа Декларацияны ҡабул итеү яҡлылар  оппонеттарын үҙҙәренең хаҡлығына  ышандырҙылар һәм һөҙөмтәлә  күпселек тауыш менән документ ҡабул ителде. Урамға сыҡҡас, беҙ майҙанда байтаҡ халыҡ йыйылғанын күрҙек. Барлығы мең ярымлап булғандыр”.

Ул заманда  йәмғиәттә декларацияны ҡабул итеүгә бер төрлө генә мөнәсәбәт булманы. Уның ни тиклем дөрөҫ сәйәси аҙым булыуын республика халҡы Советтар Союзы емерелгәс кенә аңланы. Бөтә Рәсәйҙе иҡтисади бөлгөнлөк ялмап алды бит. “Әле яңыраҡ та илебеҙҙең баш ҡалаһы эргәһендә генә, Мәскәүҙән Тверь юлында, емерелеп бөткән йорттар күреп хайран ҡалдыҡ, —  тип хәтерләй Рөстәм Күзбәков. – Әйтерһең, һуғыш был яҡтарҙа 65 йыл элек түгел, ә яңыраҡ булған.  Косторма ҡалаһының үҙәк урамдары буйлап машинала 20 саҡрым тиҙлек менән генә  йөрөргә була, сөнки асфальт емерелеп бөткән.”

Әлбиттә, декларацияны ҡабул иткәндән һуң республикала  булып үткән үҙгәрештәр  менән  сағыштырырлыҡ та түгел. Өфөнән һәр бер район үҙәгенә, унан иһә ауылдарҙың  күбеһенә тиклем  яҡшы юлдар  һалынған,газ,һыу үткәрелгән, интернет барып еткән урындар байтаҡ.  Республикала халыҡты социаль яҡлау буйынса күп программалар  ҡабул ителгән. Уҡытыусылрға, врачтарға, ғөмүмән, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы ваҡытында түләнә, социаль өлкәнең  бөтә сығымдары ҡаплана, торлаҡ төҙөлә.Күп балалы ғаиләләргә  көслө ярҙам күрһәтелә.  Республикала автобус һәм троллейбустар сығарыла, киләсәктә  тракторҙар эшләү планлаштырылған. Ауыл хужалығы һаҡланып ҡалды.

“ 1990 йылда партияның Өлкә комитетытында беҙ был турала тик хыяллана ғына инек, —  тине Шамил Бикҡолов . — Бөгөн килеп быларҙың барыһы ла ысынбарлыҡҡа әйләнде.”

Шуның өсөн оло ышаныс менән  ун туғыҙ йыл элек булған ваҡиға бөтә илебеҙҙең ҡеүәтле терәге булған  Башҡортостан Республикаһы өсөн дә, Рәсәй өсөн дә ыңғай роль уйнаны тиергә була.