6 декабрь, Шишәмбе

08 октябрь 2009 йыл, 16:08

Вузға ҡабул итеү ҡағиҙәләре октябрь аҙағына тиклем раҫланасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

2010 йылғы ҡабул итеү кампанияһында юғары уҡыу йорттары төп предмет буйынса ғына түгел, башҡа предметтар буйынса ла үҙ үткәреү балдарын билдәләй аласаҡ. Был турала Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы коллегияһында федераль ведомство етәксеһе Андрей Фурсенко белдерҙе.

РФ Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, ил вуздарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләре октябрь аҙағына тиклем раҫланасаҡ. Әммә күп мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул ителгән дә инде.

Мәҫәлән, киләһе йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ике этапта – 30 июлдән 5 авгусҡа тиклем һәм 5 августан 10-ына тиклем – үтәсәк, ә уҙған йәйҙәге кеүек өс этапта түгел. Шуны ла әйтергә кәрәк, вуздарҙың 1 сентябргә тиклем ҡалған вакантлы урындарға өҫтәмә ҡабул итеү хоҡуғы һаҡлана.

Тағы бер яңылыҡ – маҡсатлы ҡабул итеү буйынса уҡырға инеүселәр өлөшө 30 проценттан 20 процентҡа тиклем кәметелә.

Мәктәпте тамамлаусылар бер үк ваҡытта ғариза бирә алған вуздар һанын сикләү ихтималлығы мәсьәләһендә һаман да бер фекергә килә алмайҙар. Был мәсьәлә буйынса һуңғы ҡарар ректорҙар берләшмәһе менән килешкәндән һуң ҡабул ителәсәк.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда быйыл Берҙәм дәүләт имтиханында 29990 кеше ҡатнашты, шуларҙан 585 уҡыусы йомғаҡлау аттестацияһын үтә алманы һәм аттестатһыҙ ҡалды. 50 бала БДИ-ны 100 балға тапшырҙы.

темалар: мәғариф