6 декабрь, Шишәмбе

08 октябрь 2009 йыл, 15:40

“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” билдәле булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Республика көнө алдынан Өфө ҡалаһының Конгресс-холында  “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” телевизион акцияның һөҙөмтәләре тантаналы иғлан ителде. Байрам сараһында почетлы ҡунаҡ сифатында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил  Сарбаев ҡатнашты.

Республика халҡы фекеренсә, Башҡортостандың ете мөғжизәһе түбәндәгеләр:башҡорт балы, ҡурай, “Урал-батыр” эпосы, Шүлгән-таш мәмерйәһе, Янған-тау һәм Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, Салауат Юлаев һәйкәле. Акцияны ойоштороусылар, ә улар “Башҡортостан”телерадиокампанияһы  “Юлдаш телеканалының  “Сәләм” мәғлүмәт-музыкаль программаһы һәм “Киске Өфө” гәзите, тауыш биреү һөҙөмтәләрен тантаналы иғлан итеү менән генә сикләнмәне.Тыуған яғыбыҙҙың  һәр бер мөғжизәһе менән ентекле таныштырып сыҡтылар.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, “Башҡортостандың ете мөғжизәһе” акцияһы йәмәғәтселектә киң резонанс тыуҙырҙы. Туғыҙ  ай  ағымында республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән теге йәки был объект өсөн телефон, интернет аша тауыш биреүҙәр  өҙөлмәгән. Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән шылтыратыусылар күберәк Янған-тау һәм Красноусол шифаханалары  файҙаһына тауыш биргән.

Ете мөғжизәнең береһе ҡурай булыуы иғлан ителгәс, тамашасылар залы төрлө  йәштәге ҡурайсылар менән тулды.  Улар башҡарған һоҡланғыс “Урал” моңо бер кемде лә битараф ҡалдырманы, әлбиттә.  БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары  Камилә Дәүләтова БР Ҡурайсылар союзы рәйесе Азат Айытҡоловҡа акция символын тапшырғанда, "халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы символы булған ҡурайҙың бөгөн республикабыҙ өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуына тағы ла инандыҡ" тине.

темалар: Акциялар