9 декабрь, Йома

08 октябрь 2009 йыл, 14:32

Шамонинола тәүге өй туйлаусылар барлыҡҡа килде

автор: Ольга Горюнова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн бюджет өлкәһенең 120 хеҙмәткәре Республика көнөнә ҡарата республиканан бүләк алды. Шамонино ауылында яңы йорттарҙан асҡыстарҙы уларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы. Тантаналы сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Фәтих Ҡаҙаҡбаев, Премьер-министр урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Татар гимназияһы уҡытыусыһы Илһөйәр Миңлеханова “Үҙ йортом” программаһы хаҡында быйыл майҙа ғына белеп ҡала. Хәҙер ул Шамонино ауылында яңы йортон йыһазландыра. Ире менән улар 73 квадрат метр майҙанлы йортто һайлай. Өйҙө төҙөгән саҡта икенсе ҡатын да өҫтәп һалыуҙарын үтенәләр, һөҙөмтәлә йорттоң майҙаны 81 квадрат метр тәшкил итә — дүрт кешенән торған ғаиләгә урын етәсәк.

Уларға 355 мең һум аҡса һалырға тура килгән, быға өҫтәп йыллыҡ һигеҙ процент өҫтәп түләү менән (программа шарттары буйынса) биш йылға 300 мең һум күләмендә кредит, 6,5 мең һум электр энергияһы үткәреүгә киткән, 50 мең һум самаһы һыу һәм газ тоташтырыуға тотоноласаҡ.

Дүрт йыл элек Бәләбәйҙән килгән Миңлехановтар ғаиләһе быға тиклем кеше фатирында аҡса түләп йәшәгән. Бөгөн иһә уларҙың һәм тағы 119 ғаиләнең – үҙ торлағы. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, водителдәр, завод эшселәре, хужабикәләр ихлас күңелдән республика етәкселегенә үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.