7 декабрь, Шаршамбы

08 октябрь 2009 йыл, 14:13

БДАУ студенттары Япония һәм Англия машина эшләүселәре менән осраша

автор: Марият Артюхова

Бөгөн  Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары,студент һәм аспиранттары  Япония һәм Великобританияның машиналар эшләүсе фирмалары вәкилдәре менән осраша.Улар DENSO(Япония)һәм DELPHI(Великобритания) дизелдәре яғыулыҡ  аппаратуралары,Hartridge(Великобритания) ҡорамалдары етештереүселәре.

Аграр университетынан хәбәр итеүҙәренсә,йыйылыусылар яғыулыҡ үткәргес дизель системаларының конструкциялары һәм техник сервис өлкәһендәге асыштар,дилер предприятиелары һәм хеҙмәтләндереү персоналына булған талаптар тураһында фекер алыша.Шулай уҡ электрон системалар менән идара ителеүсе заман автомобилдәрен эксплутациялау һәм ремонтлау мәсьәләләре ҡарала.

Осрашыуҙың ғәмәли өлөшө университет базаһында “Robert  Bosch GmbH” (Германия) менән берлектә  эшләп килгән “Академия Бош” уҡыу үҙәгендә үтәсәк.