5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 17:32

Башҡортостан парламентының сәнәғәт комитеты ултырыш үткәрҙе

автор: Николай Ермоленко

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты үҙ ултырышында Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға һәм 2012 йылға тиклемге осорға социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проектын, шулай уҡ беренсе уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға бюджеты тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһының 2010 йылға Республика мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджеты тураһында” БР Закондары проекттарын ҡараны. Сәнәғәт комитеты ағзалары үҙ иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен бюджет комитетына ебәрҙе.

Бынан тыш, дүрт закон проекты ҡаралды, уларҙы комитет ағзалары беренсе уҡыуҙа ҡабул итеү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы Президиумына ебәрҙе. Шуларҙың береһе – “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты менән  республиканың был өлкәләге ҡануниәте федераль закондар талаптарына тап килтерелә.