5 декабрь, Дүшәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 16:48

Архангел районы халҡы бүләккә һыу үткәргес алды

автор: Николай Ермоленко

Архангел районы  үҙәге  Архангел ауылында бөгөн  йәмәғәтселектең Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышы  уҙҙы. Уның эшендә  БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев ҡатнашты. Бер көн элек район тормошонда  үтә ҡыуаныслы ваҡиға  булып үткәйне: Оҙонлар ауылында тантаналы рәүештә һыу үткәргес асылды.

Был ауыл  райондың иң  йәмле урынында урынлашҡан: тирә-яҡта бейек тауҙар, ҡуйы урман, эргәлә генә Инйәр  йылғаһы. Ауылда заманса төҙөлгән мәктәп, фельдшер пункты, клуб, китапхана, балалар баҡсаһы бар, район үҙәге һәм башҡа ауылдар менән тоташтырған юлдар төҙөлгән.

Оҙонлар ауылында йәшәүсе халыҡ өсөн эсәр һыу әлегә тиклем төп мәсьәләләрҙән иҫәпләнә ине. Бөгөн иһә ул уңышлы хәл ителде.

Район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Мәүликасов Оҙонлар халҡы исеменән “Водолей” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Шакир Кучаевҡа, ул етәкселек иткән коллективҡа объектты ваҡытында һәм юғары сифатлы итеп тапшырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был йәмғиәттең иң уңған эшселәре район хакимиәтенең Хөрмәт грамоталары менән бүләкләнде.