Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Юридик фән үҫешен тикшерәләр

Йәмғиәт

Өфөлә 7-8 октябрҙә “Хәҙерге шарттарҙа юридик фән һәм практиканы үҫтереүҙең  мөһим мәсьәләләре” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. РФ Мәғариф буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында уны ойоштороусылар – Башҡорт дәүләт университеты һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты. Ғилми форум БДУ-ның 100 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында юғары юридик белемдең 60 йыллығына арналған.

Конференцияла төрлө илдәрҙән күренекле ғалимдар һәм белгестәр ҡатнаша. Форумдың беренсе эш көнө БДУ-ның Хоҡуҡ институты базаһында үтә. Кесе йома, 8 октябрҙә, пленар ултырыш БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда үтәсәк. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, ғалим-юристар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Конференция йомғаҡтары буйынса унда ҡатнашыусыларҙың эштәре йыйынтығы баҫып сығарыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть