Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев: 2010 йылда Башҡортостан бюджеты социаль юҫыҡта ҡороласаҡ

Сәйәсәт

“2010 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты, элекке кеүек, социаль йүнәлештә ҡороласаҡ: сығымдарҙың 70 проценты мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, халыҡты социаль яҡлауға йүнәлтеләсәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Яңауылда Яңауыл районы йәмәғәтселегенең Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышында сығыш яһап. – Башҡортостан элек Төбәк фонды булдырғайны, уның средстволары әлегә файҙаланылмаған. Бынан тыш, республиканың кредит рейтингы юғары, кәрәк саҡта беҙ Европалағы һәр ҡайһы илдән заем средстволары йәлеп итә алабыҙ. Шуға күрә лә киләһе йылда ла республикала финанс тотороҡлолоғо тәьмин ителәсәк”.

Ваҡытында эшләнгән Көрсөккә ҡаршы саралар программаһы арҡаһында Башҡортостан быйыл да уҡытыусыларға, врачтарға һәм башҡа бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләй, социаль өлкәнең бөтә сығымдарын финанслай, торлаҡ төҙөй, иҡтисадтың тотороҡло эшмәкәрлеге менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә.

Ҡыҫҡаһы, көрсөккә ҡарамаҫтан, республика, иҡтисади үҫеш темптарын һиҙелерлек кәметмәйенсә һәм төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары араһында алдынғы позицияларын һаҡлап, системалы үҫешеүен дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть