4 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 14:25

Республика көнө алдынан дәүләт наградалары һәм фатир асҡыстары тапшырыла

автор: Эльмира Сабирова

Ҡала  мәҙәниәт һарайында  уҡытыусылар һәм медиктар, мәҙәниәт һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре,  баш ҡаланың сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре Республика көнөнә арналған  тантанаға йыйылды. Төп дәүләт байрамы менән өфөлөләрҙе  Башҡортостан Республикаһы  Президенты Мортаза Рәхимов  ҡотланы. Үҙенең сығышында  ул республиканың  дәүләт  суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителгәндән алып  ун туғыҙ йыл осоронда был көн рәсми  дата ғына түгел, ә халыҡтың  яратҡан байрамына әүерелде, тип билдәләне.

— Ҡатмарлы туҡһанынсы йылдарҙа  республикала бик мөһим сәйәси ҡарарҙар ҡабул ителде, — тине ул, — Улар Башҡортостандың  дәүләт–хоҡуҡи статусын күтәреүҙе тәьмин итте, көнүҙәк  мәсьәләләрҙе үҙаллы һәм  урында хәл итеү мөмкинлеге бирҙе. Тап шул арҡала беҙ республиканының иҡтисади һәм мәҙәни ҡеүәтен тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалыу ғына түгел, ә дөйөм хәлде лә  яйға һалыуға ирештек.

Президент әйтеүенсә, иң мөһиме беҙ үҙебеҙҙең төп байлығыбыҙҙы -  Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт, төрлө дин тотҡан халыҡтар араһында булған ысын  дуҫлыҡты, килешеп берҙәм  йәшәүҙе һәм  аралашыуҙы -  һаҡлай алдыҡ. Был иһә  йәмғиәтебеҙҙең тотороҡло булыуын аңлата.

Өфө тураһында  һөйләгәндә Моратаза Рәхимов  уның Рәсәй Федерацияһының таяныслы төбәктәренең береһе булып торған Башҡортостандың лайыҡлы баш ҡалаһына әүерелеүен билдәләп үтте.

— Өр-яңы үҙгәрештәр кисергән илебеҙҙә  Евразияның  билдәле  иҡтисад, фән һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ Өфөнөң әһәмиәте күтәрелде, — тине республика башлығы. — Ул республиканың  ғына  түгел, ә бөтә Рәсәй үҫешенә тос өлөш индерә.  

Тәүге  ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса миллиондан ашыу кеше йәшәгән ун бер ҡала араһында Өфө  алдынғы урындарҙы биләй. Уртаса эш хаҡы буйынса ул — өсөнсө, күмәртәләп сауҙа итеү  һәм  халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтләндереүе күрһәтеү буйынса — икенсе, ә инвестицияларҙың физик күләме индексы, килемһеҙ  предприятиеларҙың  сағыштырмаса аҙ булыуы яғынан беренсе урында тора.

Президент  Өфөнөң  мөһим демографик күрһәткестәр буйынса ла алда барыуын ҙур ҡәнәғәтлелек менән белдерҙе.

— Беҙҙә тыуым кимәле юғары һәм үлем күрһәткестәре түбән. Был өфөлөләрҙең яҡшы эшләүе, лайыҡлы йәшәүе тураһында һөйләй, -тине Мортаза Рәхимов.

Традиция буйынса күптәр был көндө дәүләт наградалары алды. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары  Әлфиә Афзалетдинова Башҡортостан Республикаһының  Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде. ”Мираҫ” фольклор бейеү ансамбле артистары Данис Фәттәхов–Мөтәфи һәм Евгения Чуканова Башҡортостандың атҡаҙанған артистары исеменә лайыҡ булды. Барлығы ун бер кешегә төрлө наградалар тапшырылды.

Был  көн бюджет өлкәһендә эшләгән ун биш кеше өсөн дә ғаилә байрамына әйләнәсәк. Өфө мэры Павел Качкаев уларға яңы фатир асҡыстары тапшырҙы. Бәхетле өй туйлаусылар араһында  уҡытыусылар һәм табибтар, артистар һәм участка милиционерҙары бар. Республика көнө алдынан барлығы һикһән кеше социаль һәм эш урынынан бирелгән фатир аласаҡ.