Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Моноҡалалар дәүләт ярҙамы аласаҡ

Иҡтисад

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан моноҡалаларға индерелгән 12 биләмә уларҙа хәлде тотороҡландырыу өсөн һәр яҡлап ярҙам аласаҡ. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко хәбәр итте.

Мәҫәлән, бындай ҡалаларҙың төп предприятиеларының профилен үҙгәртеү буйынса проекттар федераль Инвестиция фондынан (киләһе йыл уны ун миллиард һумға тулыландырыу күҙаллана) финанслауға конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, бындай предприятиеларға дәүләт заказдары биреп (“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте автобустарға заказдар ала ла инде) ярҙам итеү планлаштырыла.

Иң ҡатмарлы моноҡала – Ағиҙелдә бойомға ашырылған  ҙур проекттарҙың береһе – “йылға-диңгеҙ” тибындағы порт төҙөү. Проекттың хаҡы – 3,6 миллиард һум, шуның  700 миллион һумы үҙләштерелгән дә инде.

Ағиҙел порты – бик файҙалы логистик нөктә. Уны файҙаланыуға тапшырыу Ҡара, Каспий, Балтик диңгеҙҙәренә сығыуҙы тәьмин итәсәк, бынан тыш, “Сәнәғәтле Урал – Поляр Урал” федераль проектын әүҙемерәк тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Әйткәндәй, Ағиҙел проектын  2011 йылда уҡ сафҡа индерергә мөмкин буласаҡ, ул саҡта 2,6 мең кеше эш менән  тәьмин ителәсәк.

Башҡа моноҡалаларҙа ла ошоға оҡшаш проекттар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть