Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

"Китап" нәшриәте үҙенең 90 йыллығын билдәләне

Йәмғиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте үҙенең  90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үткәрелгән тамашаға “Китап” нәшриәтенең хәҙерге хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, йәмәғәтселек вәкилдәре, яҙыусылар һәм журналистар, полиграфистар, уҡыусылар йыйылды. Театрҙың беренсе ҡатындағы фойела “Китап” нәшриәте сығарған продукциянан күргәҙмә-һатыу ойошторолдо. Танылған башҡорт артистары ҙур байрам концерты әҙерләгәйне.

Рәсми өлөштө асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев барыһын да мөһим юбилей датаһы менән ҡотланы. Ул республикала нәшриәт эшен ойоштороуҙа, башҡорт телендә әҙәбиәт сығарыуҙа, әҙәби башҡорт теле нормаларын формалаштырыуҙа “Китап”тың ҙур ролен билдәләне. Рус әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен тәржемә итеүҙә, уҡыу әсбаптары һәм методик ҡулланмалар баҫтырыуҙа ла нәшриәттең ҡаҙанышы баһалап бөткөһөҙ.

Юбиляр нәшриәтте ҡотлап шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, БР Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Татарстан китап нәшриәте директоры Дамир Шакиров һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны.

Теги: юбилейҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть