6 декабрь, Шишәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 11:48

Нефть эшкәртеү заводтары мотор яғыулыҡтары сығарыуҙы арттырҙы

автор: Ольга Горюнова

Быйыл сентябрҙә нефть эшкәртеү заводтарының Өфө төркөмө мотор яғыулыҡтары сығарыуҙы 6,14 процентҡа арттырҙы. Атап әйткәндә, сентябрҙә “Өфөнефтехим”, “Новойл”, “Өфө нефть эшкәртеү заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә мотор яғыулыҡтары сығарыу күләме 1482,2 мең тонна тәшкил итте. Был 2009 йылдың авгусында етештерелгән күләм менән сағыштырғанда 6,14 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.

Өфө төркөмө нефть эшкәртеү предприятиеларына нефть килеү күләме 2009 йылдың сентябрендә август менән сағыштырғанда 9,12 процентҡа артты һәм 1959,4 мең тонна тәшкил итте.