11 декабрь, Йәкшәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 9:48

Мәжит Ғафури музейында Һиндостан ҡунаҡтары булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәжит Ғафуриҙың  мемориаль йорт-музейында  Һиндостандан оло ҡунаҡтар булып китте. Улар — "Бөтә донья аңы уяныуы" халыҡ-ара конференцияһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе Джагдиш Ганди әфәнде һәм Шишир Шривастава әфәнде. Башҡорт  һәм татар әҙәбиәте классигы Мәжит Ғафури мираҫы һаҡланған йортта ҡунаҡтар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты  саҡырыуы буйынса ойошторолған дуҫтарса сәфәр сиктәрендә булды.Сит ил ҡунаҡтары  музей экспозицияһы  менән танышты,  Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы, уның ижады менән ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта уларға музей директоры Фәнис Янышев бәйән итте.

-Беҙҙең өсөн һеҙҙең республика менән танышыу, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итеү — оло мәртәбә, — тип үҙ тәьҫораттары  менән бүлеште Ганди әфәнде,- Бәләкәй генә республикала төрлө халыҡтарҙың үҙ-ара килешеп һәм татыу йәшәүе беҙҙе хайран итте. Әгәр артабан да шулай йәшәһәгеҙ, һеҙҙең хаҡта бөтә донъяла беләсәктәр.

Ганди әфәнде әйтеүенсә, был сәфәр Башҡортостан тураһында уларҙың фекерен ҡырҡа үҙгәрткән һәм улар беҙҙең республика менән әүҙем хеҙмәттәшлек итергә әҙер.

Шулай уҡ ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың йомарт һәм талантлы булыуын билдәләп үтте. Ә Фәйзи Ғәскәров  исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле концерты  уларға айырыуса көслө тәьҫир иткән.

— Университетта ла үтә талантлы студенттар уҡый.- тине улар.

темалар: музейҙар