3 декабрь, Шәмбе

07 октябрь 2009 йыл, 8:54

Республика көнөн Өфө лазер шоуы һәм салют менән билдәләйәсәк

автор: Марина Шумилова

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев матбуғат конференцияһында Өфөлә Республика көнөнә ҡарата киң һәм йөкмәткеле программа әҙерләнеүе хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 19 йыллығына арналған байрам саралары Өфөлә башланды ла инде. 6 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында "Башҡортостан — дуҫлыҡ ере" исеме аҫтында Өфө йәмәғәтселегенең тантаналы йыйылышы үтте. Республика йәмәғәтселеге вәкилдәренең тантаналы йыйылышы 9 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үткәрелә.

11 октябрҙә, Республика көнөндә, тантаналар традиция буйынса Башҡортостан етәкселәренең Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалыуынан башланасаҡ. Был көндө Өфөнөң бөтә райондарында, майҙандарҙа һәм парктарҙа байрам саралары: фестивалдәр, концерттар, конкурстар үтәсәк. 16 сәғәттә Ленин исемендәге майҙанда "Минең республикам!" тигән йәштәр байрамы башлана, унда иң яҡшы профессиональ һәм һәүәҫкәр ижади коллективтар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ "Фабрика звезд" еңеүселәренең береһе Ираклий Пирцхалава ҡатнашасаҡ.

20 сәғәт 20 минутта Өфөлә быйылғы йәштәр байрамының төп өлөшө — лазер-шоу ойоштороласаҡ. Павел Качкаев әйтеүенсә, бындай тамаша Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ғына үткәрелгән. Яңы тамаша- өфөлөләргә бағыусыларҙың бүләге.

Байрам көнө Ленин майҙанында һәм ӨМЭПБ Мәҙәниәт һарайы алдында салют менән тамамланасаҡ. Салют 21 сәғәт 30 минутта атыласаҡ.