9 декабрь, Йома

06 октябрь 2009 йыл, 17:15

Өфөлә ташланған техникаға ҡаршы көрәшәләр

автор: Евгений Рахимкулов

Өфө властары ташланған техникаға ҡаршы көрәш иғлан итте. Был турала бөгөн мэриялағы кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

— Тикшереү йомғаҡтары буйынса тотош ҡалала хужаһыҙ техниканы эвакуациялауға 1067 күрһәтмә бирелде, — тине ул. — Бөгөнгә һөҙөмтәләр насар түгел — 800-ҙән ашыу осраҡта техника эвакуацияланған да инде.

Әммә баш ҡаланың Киров һәм Ленин райондарында был йүнәлештә эш үткәрелмәгән әле. Уны нисек тә тиҙерәк башларға кәрәк, юҡһа ҡышын ташланған техника ҡар таҙартыуға ҡамасаулаясаҡ.