Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы докторанттар, аспиранттар һәм студенттар – Президент стипендиаттары

Сәйәсәт

Башҡорт дәүләт аграр университетының иң яҡшы докторанттарына, аспиранттарына һәм студенттарына

Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты дипломдары тапшырылды.

Наградлау тантанаһы Өфөлә бер юлы ике байрам — Республика көнө һәм Ауыл хужалығы

һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан үткәрелде. Наградланыусылар

араһында — ике докторант, биш аспирант һәм 13 студент. Уларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡотланы.

Шамил Вахитов – үҙе лә БДАУ-ҙы тамамлаған — аграр вуз тормошоноң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Уҡыу процесы камиллаштырыла, матди-техник база нығытыла, перспективалы фәнни эшкәртмәләр алып барыла.

Вице-премьер Башҡортостанда ҡулланылған агросәнәғәт комплексына һәм йәш белгес-аграрийҙарға

ярҙам саралары, атап әйткәндә "2012 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше" программаһы,

торлаҡ, инженер һәм социаль инфраструктура объекттары төҙөлөшө хаҡында һөйләне.

Теги: кадрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть