6 декабрь, Шишәмбе

06 октябрь 2009 йыл, 16:08

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары наградланды

автор: Любовь Колоколова

Традиция буйынса йыл һайын Республика көнө алдынан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналист премияһы лауреаттарын наградлау үткәрелә. Бөгөн был сара сираттағы тапҡыр үткәрелде. Ул Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған яғы — Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында үтте.

Тантаналы сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, Башҡортостан Журналистар союзы вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журналистика өлкәһендәге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия абруйлы республика премияһының 2009 йылғы өс лауреатын билдәләне. Улар — Башҡорт дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы доценты Юрий Ергин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Таһир Ишкинин һәм "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы радиожурналисы Флүрә Солтанова.

Юрий Ергин — БР мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихы буйынса мәҡәләләре, Таһир Ишкинин — "Киске Өфө" гәзитендәге "Аҙна шаңдауы" рубрикаһы аҫтында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләре, Флүрә Солтанова "Ватандаштар", "Йәдкәр" радиотапшырыуҙары һәм "Алыҫ араларҙы яҡынайтып" телепрограммалары өсөн лауреат исеменә лайыҡ булды.

Журналист премияһы лауреаттарына наградаларҙы комиссия рәйесе Илдус Илешев тапшырҙы. Ул танылған авторҙарҙы ихлас ҡотланы һәм уларға яңы ижади уңыштар теләне.