3 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2009 йыл, 13:33

Мортаза Рәхимов видеоконференцияла ҡатнашты

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

5 октябрҙә Өфөлә БР Президенты Мортаза Рәхимов "Электроэнергетика ойошмаларын һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын 2009-2010 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осоронда эшләүгә әҙерлек барышы" мәсьәләһе буйынса  РФ Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин  үткәргән видеоконференцияһында  ҡатнашты.

Владимир Путин  төбәктәрҙә көҙгө-ҡышҡы йылытыу осорона әҙерлек барышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, "эш планға ярашлы, нормаль режимда алып барыла", территориаль энергия системалары  һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ремонт эштәрен ваҡытында тамамланы.

Владимир Владимирович бөгөнгө көндә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды буйынса торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау программаларын үтәүгә 112 миллиард һумға яҡын аҡса бүленеүен телгә алып үтте.

— Төбәктәр тарафынан өҫтәлгән аҡсаларҙы ла иҫәпкә алғанда — ул иһә 152 миллиард һумға яҡын — дөйөм алғанда, байтаҡ сумма йыйыла. Был аҡсаға 80 меңдән ашыу йортто ремонтларға, 10 миллионлап рәсәйлеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкин, — тине Путин.  

Башҡортостан энергетикаһы һәм торлаҡ-коммуналь предприятиеларының ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлеге тураһында Владимир Путинға БР Президенты Мортаза Рәхимов хәбәр итте.

 — Дөйөм алғанда, республика ҡышҡа әҙер. Беҙҙә был тармаҡтағы хәл һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Йылытыу осорона әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса проблемалар юҡ, — тип билдәләне Мортаза Ғөбәйҙулла улы.

Башҡортостан Президенты һүҙҙәре буйынса, республикала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағының артабанғы  үҫешенә "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды тураһында"ғы федераль закон этәргес булып торҙо.

Путин Башҡортостандың ҡышҡа әҙерлеген юғары баһаланы.

— Республикала йылытыу осорона әҙерлек юғары кимәлдә. Бының өсөн Башҡортостан етәкселеге барлыҡ сараларҙы ла күрә, — тине РФ Хөкүмәте Рәйесе.

Шулай уҡ Башҡортостандың ҡышҡа әҙерлек буйынса ыңғай тәжрибәһен Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше министры Басаргин да билдәләп үтте.

Видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Президенты хакимиәте етәксеһе Николай Курапов, БР финанстар министры Айрат Ғасҡаров, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.