11 декабрь, Йәкшәмбе

06 октябрь 2009 йыл, 12:11

Башҡорт драма театры Мәскәүгә гастролдәргә әҙерләнә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры юбилей гастролдәренә әҙерләнә. 12, 13 октябрҙә уларҙы Мәскәүгә Александр Пушкин исемендәге Рәсәй дәүләт академия драма театры сәхнәһендә көтәләр.

Баш ҡала тамашасыһы менән осрашыуҙың тәүге көнөндә башҡорт артистары РФ, БР һәм ТР-ҙың халыҡ артистары,

БР-ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаттары Нурия Ирсаева менән Фидан Ғафаров

ҡатнашлығында театрлаштырылған ретро-концерт күрһәтәсәк. Мәскәүгә гастролдәренең икенсе көнөндә Башҡорт академия театры театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ҡуйыуында уҙған миҙгел премьераһы — "Шәүрәкәй" лирик драмаһын ҡуясаҡ.

Спектаклдә театрҙың төп артистары — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, БР-ҙың Салауат Юлаев

исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, БР-ҙың халыҡ артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр

премияһы лауреаты Алмас Әмиров, шулай уҡ йәш актерҙар, Шепкин театр училищеһын тамамлаусылар Гөлсәсәк Фазлаева, Руслан Хайсаров љњм башҡалар ҡатнаша.

   Рәсәй баш ҡалаһындағы гастролдәрҙән һуң Башҡорт академия театры труппаһы "Панорама" халыҡ-ара театр сәнғәте фестивалендә ҡатнашыу өсөн Минск ҡалаһына (Беларусь Республикаһы) юлланасаҡ. Унда артистарыбыҙ "Кәкүк ояһы" спектакле менән сығыш яһаясаҡ.

темалар: ТЕАТРҘАР