10 декабрь, Шәмбе

06 октябрь 2009 йыл, 11:43

Түбәнге Саксония Хөкүмәте башлығы рәхмәт белдерҙе

автор: БР Президенты матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Түбәнге Саксония Премьер-министры Кристиан Вульфтан хат килде. Унда Өфөлә "Германия берҙәмлеге көндәре"н үткәргән өсөн рәхмәт белдерелә. Хатта шулай тиелә:

"Хөрмәтле Президент әфәнде! Өфөлә "Германия берҙәмлеге көндәре"н байрам итеү Германия менән Башҡортостан Республикаһы араһындағы изге хеҙмәттәшлекте сағылдырыусы мөһим юбилей датаһы булып тора.

Егерме йыл элек ике немец дәүләте берләште. 2009 йылда "Башҡортостан-Германия" дуҫлыҡ йәмғиәте 40 йыллығын байрам итә. Был даталар Башҡортостан менән Германия араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлектең айырымланыу осоронда, "һалҡын һуғыш" дәүерендә үк башланыуын сағылдыра.

Шуныһы ғәжәп, Германия берләшкәндән һуң беҙҙең аралағы хеҙмәттәшлек тағы ла әүҙемерәк дауам итте. Бында иң элек һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, Президент әфәнде. Ошоноң өсөн Һеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем!"

Кристиан Вульф шулай уҡ һуңғы ваҡытта Түбәнге Саксония вәкилдәренең Башҡортостанға йыш килеүен һәм республикала эшлекле партнерҙар  табыу йәһәтенән ҡыҙыҡһыныу белдереүҙәрен билдәләне.