6 декабрь, Шишәмбе

06 октябрь 2009 йыл, 10:55

Башҡортостан уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һаны буйынса ла алда

автор: Эльмира Сабирова

2009 йылда Башҡортостан уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары һаны буйынса Рәсәйҙең егерме иң яҡшы төбәгенә инде. Был турала БР Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Олимпиаданың йомғаҡлау этабында еңеп сыҡҡан 29 уҡыусыбыҙ Рәсәй Федерацияһы төбәктәре рейтингында 11-се урын яуларға мөмкинлек бирҙе.

БР Мәғариф министрлығының дөйөм мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Наталья Кот әйтеүенсә, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы — һәләтле балалар менән эшләүҙең иң таралған формаларының береһе. Уның нигеҙендә мәктәп программаһы ята. Был һәр балаға олимпиаданың башланғыс этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, 2008-2009 уҡыу йылында мәктәп этабында — 71 мең бала, муниципаль этапта — 40 меңдән ашыу, республика этабында 1934 кеше ҡатнашты. Йомғаҡлау этабы һөҙөмтәләре буйынса 29 уҡыусы беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде. 2008 йылда улар 24 ине. Шуларҙан география буйынса олимпиадала — Алмас Саҙрисламов менән Әнүәр Халиев, технология буйынса — Ринат Мотаһаров, экология буйынса — Василий Свистунов, хоҡуҡ буйынса Динара Ялалетдинова хаҡлы рәүештә беренсе урын яуланы.

Быйыл октябрҙә республикала уҡыусыларҙың 2010 йылғы Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының мәктәп этабы старт алды, ноябрҙә инде муниципаль этабы башланасаҡ. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы — ҡышҡы каникул көндәрендә, йомғаулау этабы яҙ үтәсәк.

темалар: мәғариф